Дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары уҡытыусылары үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашып, уҡыу программаһын камиллаштырыу буйынса фекер алышты. 40-тан ашыу педагог башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы алымдар ҡулланыу мәсьәләләре буйынса тәҡдимдәрен индерҙе.
Мәктәп уҡыусыларында телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, методик материалдарҙы яңыртыу кеүек һорауҙар тикшерелде.
Флорида Ким