Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлыҡтарҙы тикшерҙеләр

«Берҙәм ил – уңайлы мөхит». «Берҙәм Рәсәй» партияһының федераль проекты ағзалары Өфөнөң социаль һәм инженер объекттарында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлыҡтарҙы тикшерҙе. «Дуҫлыҡ монументы» эргәһендәге ер аҫты үткәүеле, Ағиҙел яры, һыу судноларына рейд барышы хаҡында тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, паралимпия чемпионы Ирек Зарипов Ағиҙел ярында үткән барлыҡ спорт һәм ижтимағи сараларҙың уртаһында ҡайнай. Әммә уға ла коляска менән саралар майҙанына үтеү өсөн әллә күпме ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килә

Ағиҙел ярым күркәм итеп төҙөкләндерелде. Спортсылар йүгерә, велоюлдар бар. Ярты йыл элек был майҙандағы етешһеҙлектәрҙе күрһәттек. Әммә беҙ ҡуйған талаптар һаман да үтәлмәгән. Бында йыш ҡына ғаиләм менән ял итергә киләм. Ярға, теплоходтарға баҫҡыстан төшөү өсөн пандустар ҡуйылмаған. Беҙҙең кеүек мөмкинлектәре сикләнгәндәргә уңайлыҡтар булдырылмаған. Етешһеҙлекте берҙәм көс менән генә хәл итергә мөмкин.

Ирек Зарипов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, паралимпия чемпионы

«Дуҫлыҡ монументы»ндағы күҙәтеү майҙанынан төшкән баҫҡыстарҙа дүрт метр һайын терәүҙәр торорға тейеш, өҫтәге майҙандан ҡарағанда плитәнең дә тигеҙлеге төрлө кимәлдә, ти, белгестәр.

«Дуҫлыҡ монументы» туҡталышында ер аҫты үткәүеленә ингән урында пандус үтеү өсөн юл кимәле бер сантиметрҙан артмаҫҡа тейеш. Ә ысынбарлыҡта беҙ был һандың күпкә юғары булыуын күрәбеҙ.

Пандустарҙан төшкән юлдарҙа сығыу, инеү өсөн геолокация билдәләре бөтөнләй юҡ. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, коляскаһы этәүсе әсәләр нисек юл табырға тейеш? Был үткәүелдә аҙашып теплоходға йәки башҡа мәҙәни-спорт сараларына һуңға ҡалыуың да ихтимал.

Ағиҙелдә навигация асылыу менән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә лә сәйәхәттәргә сығыу форсаты артты. Социаль-мәҙәни саралар ҙа башҡа йылдарҙағынан күберәк ойошторола башланы. «Йылына йөҙҙән ашыу инвалид коляскаһында йөрөгән граждандарға ситуацион ярҙам күрһәтеп, теплоходта ялға алып сығабыҙ», тип билдәләй йылғасылыҡта эшләүсе белгестәр.

Беҙ мөмкинлектәре сикләнгән мәктәп уҡыусыларына сығарылыш кисәһенән һуң теплоходта сәйәхәт ойошторҙоҡ. Әммә шарттар булмау сәбәпле, беҙгә уларҙы ҡулда тиерлек күтәреп ташырға, палубаға индерергә тура килде. Коляскала йөрөнәдәргә үтеү өсөн урау юл бар, әммә тураға пандустар юҡ.

Елена Морозова, «Йылға флоты» компанияһы директоры урынбаҫары

Ағиҙелдәге йылға судноларының граждандарҙы хәүефһеҙ хеҙмәтләндереү, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға уңайлыҡтар булдырыу мәсьәләһен хәл итеү кимәлен прокуратура һәм күҙәтеү органдары ентекле тикшерә. Улар етешһеҙлектәрҙе асыҡлағандан һуң,тейешле тәҡдимдәр индереләсәк.

Өфө ҡалаһы яр буйында профилактик сараларҙы, талаптарҙы үтәү мотлаҡ. Үкенескә, тикшереү, Башҡортостанда йәшәүсе мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың тулы кимәлдә һыу транспорты хеҙмәттәре менән ҡуллана алмауын күрһәтте. Беҙ социаль, инженер, транспорт обьекттарына үтеү уңайлыҡтарын булдырыу өсөн бәтәһен дә эшләргә тейешбеҙ.

Сергей Воробьев, Диңгеҙ-йылға күҙәтеү дәүләт комитеты Волга буйы идаралығының Яр саллы линияһы бүлеге етәксеһе

«Дуҫлыҡ монумен»ты юл аҫты үткәүелендә, Ағиҙел ярында, һыу буйлап сәйәхәткә юлланыусы судноларға үтеү юлдарында мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға уңайлыҡтар юҡ кимәлендә. БЮТ телеканалы мәсьәләне хәл итеүҙе иғтибар үҙәгендә тотоп, даими яҡтыртып барасаҡ.

Гүзәл Борханова