Өфөлә Эльвира Фәтихованың юбилей кисәһе уҙҙы

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уникаль сопрано эйәһе Эльвира Фәтихованың юбилей кисәһе уҙҙы.

Программала Төркиә вәкиле Серхат Конукман, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары башҡарыуында донъя опера репертуарындағы популяр өлгөләр яңғыраны. Байрам концерты театрҙың симфоник оркестры һәм хор оҙатыуында барҙы.

Күренекле опера йырсыһы Эльвира Фәтихова тамашасыға «Кармен»дағы Микаэла, «Травиатта»лағы Виолетта, «Салауат Юлаев» операһынан Әминә һәм башҡа сағыу ролдәре аша яҡын. Сәхнә оҫтаһының сығышын ижади дәүерендә төрлө илдәрҙә һәм ҡитғаларҙа алҡышлағандар.

Рәзилә Ғиниәтуллина