Изге маҡсатта. Асҡын ауылындағы «Йәшлек» ял паркында «Бала Бәхете» тип исемләнгән хәйриә концерты үтте. Сәхнәлә татар һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаны.
Майҙанда малай-ҡыҙҙар өсөн конкурстар, флешмоб ойошторолғайны. Ҡул эштәрен һатыуҙан йыйылған аҡса Өфө ҡалаһының «Юғалтыуҙарға юҡ» ауыр сирле балаларға ярҙам фондына йүнәлтелә.