Һыу инеү миҙгеле асылды. Эҫеләр башланыуға өс көн самаһы ғына ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, республика баш ҡалаһында тәүге бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Пляждарҙа тәртип үтәлешен тикшереү маҡсатында Граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм башҡа профилле ведомстволар рейдҡа сыҡты. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Һауа торошо бер нисә көн генә йылы тороуға ҡарамаҫтан, пляждарҙа һыу инеүселәр байтаҡ. Уларҙы һыуҙың әлегә һыуыҡ булыуы ла туҡтатмай. Күптәр йыһазландырылған ҡомлоҡта ҡыҙына, ә бәғзеләр билдәле ҡағиҙәләрҙе инҡар итеп, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя һәм рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инә. Ял итеүселәр тәртибе ҡотҡарыусылар күҙәтеүендә.
Рейд барышында һыуҙа ғына түгел, яр буйында ла ҡағиҙәләр үтәлеше тикшерелә. Бигерәк тә тәбиғәт ҡосағында усаҡ яғыу төп иғтибар үҙәгендә. Тикшереү барышында тәүге тәртип боҙоусыларҙы күрәбеҙ.
Урында ханымға ҡарата протокол төҙөлдө. Махсус йыһазландырылмаған урында ит ҡыҙҙырған өсөн уға 2 мең һумға тиклем штраф янай. Ял итеүселәрҙең айыҡлығы ла шик аҫтында. Быны һыуҙа ятҡан шешәләр дәлилләй. Бындай яуапһыҙлыҡҡа юл ҡуймау Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге вәкилдәре иғтибарында.
Тәүге күңелһеҙ хәлдәр теркәлгән дә инде. Бөгөн Өфөнөң «Ожмах яры» пляжында ҡотҡарыусылар ике үҫмерҙе һыуҙан алып сыҡҡан. Тағы ла иҫерек ҡатындың һәләк булыуы билдәле. Был – быйылғы тәүге үлемесле осраҡ. Хәүефһеҙлек маҡсатында тик рөхсәт итегән пляждарҙа ғына һыу инергә кәңәш ителә. Өфөләге 10 пляждың әлегә 8-е эшләй. Берәүһе, һыу ярҙарына ҡайтҡас, йыһазландырыласаҡ.
Былтыр ошо урында яр булған. Ә быйыл биләмәне һыу баҫҡан. «Аҡ яр – Нижегородка» пляжы әлегә ябыҡ. Әммә һыу инергә теләүселәр бар, урында ҡотҡарыусылар эшләй.
Былтыр Өфөлә 18 кеше һыуҙа батып үлгән, уларҙың икәүһе – бала. 96 кеше ҡотҡарылған. Ҡотҡарыусылар ял итеүселәрҙе хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә һәм рөхсәт ителгән пляждарҙа ғына һыу инергә саҡыра. Фажиғәләрҙән тәртип кенә аралаясаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина