Алты кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Шишмә районындағы фажиғәлә 60 йәшлек водитель һәләк булған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләре үтәлмәүгә бәйле 2200-ән ашыу протокол төҙөгән. 35 водителдең рулгә эскән килеш ултырыуы асыҡланған. Әйтәйек, Әбйәлил районында инспекторҙар патруль барышында «ИЖ Юпитер» маркаһындағы мотоциклды туҡтата. Транспорт хужаһы медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан.
Һөҙөмтәлә протокол төҙөлә, мотоцикл штраф туҡталҡаһына оҙатыла. Ә бына Октябрьскийҙа водитель идара итеү һәләтен юғалтып, үҙәк майҙандағы клумба өҫтөнә барып менә. Алкостер тикшереүе барышында «Ford Focus»ҡа идара итеүсе ҡатындың ҡанында алкоголь булыуы билдәләнә.
Гөлназ Хәйбуллина