Ҡеүәтле техника контролдә. Ишембай районында шәхси хужалыҡтарҙағы трактор, үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмаларҙың техник торошо тикшерелде. Дәүләт инспекторҙары техникаларҙың теркәү номерҙарын, документтар теүәллеген ҡараны.
Руль механизмы, тормоз системаһы, фаралары төҙөклөгөнә айырыуса иғтибар бүленде. Биксән ауылынан оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләгән Рауил Мырҙағәлин хаҡлы ялға сығыу менән үҙенә трактор һатып алған. Пенсионер өсөн был бөгөн өҫтәмә килем сығанағы.
Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы белгестәре бер көн эсендә генә Һайран ауыл биләмәһенә ҡараған 4 ауылдың шәхси хужалыҡтарындағы транспортты тикшерҙе. Инспекторҙар билдәләүенсә, был бик яуаплы сара. Сөнки төҙөк техника ул – хәүефһеҙ юл.
Гөлназ Хәйбуллина