Республикала мәктәп лагерҙары эш башланы

Өфөлә генә йәйге ял 131 мәғариф учреждениеһында ойошторолған. Баш ҡаланың 74-се мәктәбе эргәһендәге лагерҙа ял итеүсе балалар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин осрашты.

Тарих уҡытыусыһы Әлиә Йосопова балаларҙы данлыҡлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Георгий Мушников миҫалында тәрбиәләргә тырыша. Тарихи экспонаттар Өфөнөң 74-се мәктәп музейында етерлек. Хәрби осоусының ҡыҙы уларҙы иҫтәлеккә үҙе тапшырған. Һәр береһе тарих, батырлыҡ өлгөһөн сағылдыра.

Башланғыс класс уҡыусылары музейҙа тыуған ил тарихын өйрәнеп, экскурсовод һөнәрен үҙләштерһә, спорт майҙансығында урта кластағылар волейбол уйнай. Мәктәп базаһында йыйылма команда күптән булдырылған. Өфөлә уҙғарылған спорт ярыштарын ҡалдырмайҙар. Шуға ла йәйге ялды 74-се мәктәп коллективы спорт һәм тарихи йүнәлештәрҙе осраҡлы ғына һайламаған.

Шулай уҡ мәктәп лагерының быйылғы үҙенсәлеге һәр көндө Рәсәй һәм Башҡортостан байраҡтарынан күтәреүҙән башлау. Был тантаналы минуттар балаларға илһөйәрлек тойғоһон ғына түгел, һәр кемдең илебеҙҙең күп быуатлы тарихының бер өлөшө икәнен тойорға мөмкинлек бирә.

Азат Ғәлиуллин