Иглин районында йәшәүсе хаҡлы ялдағы йөҙгә яҡын кеше лә программаға әүҙем ҡушылған. Көмөш йәштәгеләрҙең сәйәхәтен БЮТ каналының ижади төркөмө күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Хаҡлы ялдағы йөҙҙән ашыу кеше ғәпләшә-аралаша уңайлы автобустарҙа бер көнлөк сәйәхәткә юллана. Экскурсия барышында оҙатып йөрөүсе гидтары Зилә Ғафарова маршруттар тураһында төплө мәғлүмәт бирә. Тәүге туҡталҡа Ҡыҙыл шишмәлә. Ул Европалағы уникаль тәбиғәт күренеше һәм сифатлы эсәр һыу сығанағы. Бер көнлөк сәйәхәткә сыҡҡан өлкәндәр федераль кимәлдәге һыу ҡомартҡыһы менән танышты, хозур тәбиғәттә көс-ҡеүәт һәм дәрт алды.
Маршруттың икенсе нөктәһе «Павловка паркы». Бында экскурсияла ҡатнашыусылар Павловка һыуһаҡлағысының ҡеүәтен һәм матурлығын үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Урындағы кафела ошо ерлектә әҙерләнгән аш-һыу өлгөләрен тәмләп ҡараны.
Көмөш быуын вәкилдәре көн эсендә өс мөғжизәле ерҙә булып, ыңғай тәьҫораттар алды. Павловка һыу һаҡлағысы менән танышты, Ҡыҙыл шишмә һыуын тәмләне, шифалы һыуҙа ҡойондо. Бынан тыш Торатау геопаркы, «Красноусол», «Янғантау» шифаханалары, «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә лә ҡыҙыҡлы маршруттар эшләй.
Исемлектә – Башҡортостаныбыҙҙың иң матур урындары. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» социаль проектын ойоштороусылар тыуған яғыбыҙҙың тарихы, тәбиғәте менән яҡындан танышырға теләүсе өлкәндәрҙе уңайлы автобустарҙа мауыҡтырғыс сәйәхәткә көтөп ҡала.
Гүзәл Борханова