Чернышевский урамындағы йортта талантлы режиссер ярты быуаттан ашыу йәшәгән. Шәхестең исемен мәңгеләштереү тантанаһына Башҡортостандың билдәле театр эшмәкәрҙәре йыйылды. Кәшфелғилем Фәйруша улы 1918 йылдың 3 мартында Дүртөйлө районы Әкәнәй ауылында тыуған.
Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң, Александр Островский исемендәге Ленинград театр институтына уҡырға инә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ҡыйғы колхоз-совхоз театры режиссеры булараҡ башлай. Артабанғы хеҙмәт юлы Башҡорт дәүләт академия һәм ҡурсаҡ театрҙары менән тығыҙ бәйле. Ул республикала телевидение ойоштороуға ла тос өлөш индергән шәхестәрҙең береһе.
Гөлназ Хәйбуллина