Өфө табиптары Иглин районы Аҡбирҙе һәм Түбәнге Ләмәҙ ауылдары, Балаҡатайҙа – Ямаш, Мәсетлелә – Оло Аҡа, Борайҙа – Ҡушманаҡ, Вострецов һәм Яңы Таҙлар, Туймазы районында Ҡарамалы-Ғөбәй һәм Серафимовка ауылдары, Стәрлетамаҡта – Наумовка һәм Оло Ҡуғанаҡ, Бөрйәндә Әбделмәмбәт, Байназар һәм Яңы Монасип ауылдарында халыҡты ҡабул итә. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы апрелдә башланды. Ай ярым ваҡыт эсендә төрлө ауылдарҙа 35 меңдән ашыу кеше медицина тикшереүе үткән.