Башҡортостан табиптары Луганск халҡына медицина ярҙамы күрһәтә

Сәләмәтлек һағында. Башҡортостан табиптары Луганск халыҡ республикаһында йәшәүселәргә беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш, ҡатмарлы операциялар ҙа яһай. Яҡташтарыбыҙ Красный Луч үҙәк ҡала күп профилле дауаханаһының травматология бүлегендә эшләп, күптәрҙе аяҡҡа баҫтырған.

Бәхетле исемлектә Михаил Шульга ла бар. Ул февралдә хәрби хеҙмәткә саҡырылып, апрелдә мина шартлауҙан яраланған, тубыҡ быуыны, аяғы зыян күргән. Башта ҡаты йәрәхәтләнеүсегә Луганскиҙа операция үткәрелгән, артабан ул йәшәү урыны буйынса дауалау курсын ала.

Башҡортостан табиптары пациентҡа операция яһап, стерженлы аппарат ҡуйылды. Заманса ҡулайлама тиҙерәк һауығырға булышлыҡ итәсәк. Быға тиклем йәрәхәтләнгән урын гипс менән генә нығытылған ине.

Юрий Ковалев, Красный Луч үҙәк ҡала күп профилле дауаханаһының травматология бүлеге мөдире

Красный Лучтағы медицина учрежениеһы металл ҡоролмалар, пластиналар, дарыу препараттары менән дә тулыһынса тәьмин ителгән. Травматология бүлегендә генә бөгөн утыҙға яҡын кеше дауалана.

Красный Луч табиптары Башҡортостан белгестәре менән бергә тубығыма операция эшләне. Барыһы ла яҡшы үтте. Туғандаш республикаға оло рәхмәтемде еткергем килә. Мин үҙем Петровское ҡалаһынанмын. Башҡорттар беҙгә күп ярҙам күрһәтте.

Алексей Чичиков

Гөлназ Хәйбуллина