Александр Пушкин һәм рус теле көнө

Өфөлө бөйөк шағирҙы иҫкә алып, телмәр мәҙәниәте һәм йолалар тураһында фекер алыштылар. «Торатау» Конгресс-Холлында киңәйтелгән төбәк конференцияһы үтте. Түңәрәк өҫтәлдә һәм видеобәйләнеш буйынса конфессиялар, милләттәр араһында мөнәсәбәттәрҙе нығытыу темаһы күтәрелде.

Сара сиктәрендә Пушкин урамындағы һәйкәлгә сәскә һалынды. Әйткәндәй, осрашыуҙы Башҡортостандың Рустар Соборы ойошторған. Күләмле сараға район-ҡалаларҙан делегаттар саҡырыла.

Рус фольклоры, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, кәсептәрен һаҡлау буйынса күп саралар уҙғарабыҙ. Эш күләме ҙур. Телде һаҡлау, үҫтереү, халыҡтың рухын күтәреүгә күп көс һалына.

Павел Васильев, Өфө ҡала советы депутаты

Гөлназ Хәйбуллина