Үткән ял көндәрендә республиканың тиҫтәнән ашыу районында һабантуй үтте

Ғафури районы хеҙмәтсәндәре лә яҙғы сәсеү эштәренә халыҡ байрамын ойоштороп йомғаҡ яһаны. Ҡунаҡсыл төбәк хеҙмәтсәндәрен данлаған саранан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамын Ғафури уңғандары йыл һайын көтөп ала, лайыҡлы хеҙмәт уңыштары менән ҡаршылай. Һабантуй байрағын күтәреү хоҡуғы ла тап лайыҡлыларға ғына йөкмәтелә. Уларҙың Ғафури еренән сыҡҡан арҙаҡлы яҡташтарын, мәртәбәле ҡунаҡтарҙы таныштырыр ҡаҙаныштары ярайһы.

Сәхнәгә бер-бер артлы хеҙмәт алдынғылары күтәрелә. «Уңыш» крәҫтиән -фермер хужалығында ла яҙмышын тыуған ере менән бәйләгән, мул уңыш үҫтереү өсөн күп көс һалған уңғандар эшләй. «Восход» ауыл хужалығы технологияһы предприятиеһында ғына 10 хеҙмәт алдынғыһының тырышлығы маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланды. Хеҙмәт ярышында улар районда беренсе урын яуланы.

Хужалыҡҡа күпләп инвестициялар индергән өсөн үҫемселек, ҡошсолоҡ ныҡлы үҫеште. Браун-ник кросс кор тоҡомона өҫтөнлөк бирәбеҙ. Был тоҡомдан күберәк продукция алырға мөмкин.

Руслан Бакиров, «Восход» ауыл хужалығы технологиялары» предприятиеһы генераль директоры

Район үҫемселек, малсылыҡ тармағында республикала алдынғы урындарҙың береһен биләй. Оҫтаханаларҙа һынлы сәнғәт, ағас эшкәртеү, тимерҙән эшләнгән йыһаз өлгөләре лә күрһәтелде.

Шифалы дауаханаһы менән дан тотҡан төбәктең үлән сәйҙәрен, экологик яҡтан таҙа йүкә балын һәм ҡымыҙын тәмләп ҡарарға ла мөмкин ине. Һабантуй Ғафури ерен төйәк иткән төрлө милләт вәкилдәрен берләштереүсе байрам да.

Йыр-моңға, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған күңелле һәм халыҡсан байрамда мауыҡтырғыс спорт ярыштары ла үткәрелде. Көслөләр һырғауылға үрмәләне, батырҙар көрәш келәмендә бил һынашты.

Ат йәнлеләр юртаҡтарҙа уҙышты. Һабантуйҙан һәләте, дәрте булған бер кем дә бүләкһеҙ ҡайтманы. Ғафури районы хеҙмәтсәндәре һабантуйы халыҡҡа тыуаһы көнгә ышаныс бирҙе, милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ ептәрен нығытырға булышлыҡ итте.

Ҡыҙыҡлы һәм күңелле байрам. Ямғыр яуып тороуға ҡарамай, халыҡ игенселәргә рәхмәт әйтергә килгән. Ә беҙгә баҫыуҙарға сәселгән бойҙай бөртөктәренә мул уңыш көтөргә генә ҡала.

Динар Ғилметдинов, Дәүләт Думаһы депутаты

Яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһау, беҙҙе тамырҙарыбыҙға , милли традицияларыбыҙға ҡайтара, быуындар бәйләнешен нығыта. Ғафури ерендә ойошторолған һабантуйҙа Фәйзуллиндарҙың, Ҡорманғоловтарҙың, Абдрахмановтарҙың ғаилә династиялары тарантастарҙа ойошторолған парадта байрам сараларын йәмләүе быға асыҡ дәлил булып тора.

Ғафури районы хеҙмәтсәндәре һабантуйы киң ҡолас менән, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәп ойошторолдо. Һабантуйҙа хеҙмәт алдынғылары: механизатор, малсы, һауынсылар бүләкләнде. Спорт ярыштарында йүгерәктәр һәм көрәшселәр майҙан тотто. Ҡойоп яуған ямғыр ҙа халыҡтың байрам кәйефен төшөрмәне. Ямғырҙы кешеләр көҙгө мул уңышҡа юраны.

Гүзәл Борханова