Ауырғазы районында яҙғы сәсеү эштәренә йомғаҡ яһалды

Халыҡты берләштергән байрамға райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән  шәхестәр, аграр өлкәлә уңыш ҡаҙанған хеҙмәтсәндәр саҡырылған. Тамырҙары райондың Мостафа ауылынан булған Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов баҫыу уңғандарына Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Өс тиҫтәгә яҡын милләт вәкилдәре татыу ғүмер иткән районда һабантуй халыҡтың көтөп алған байрамдарының береһе.

Мең-меркеттәр төйәгендә ойошторолған һабантуй боронғо милли йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән үрелеп барҙы. Һәр милләт үҙҙәренең тормош-көнкүреше, аш-һыуы менән таныштырҙы. Һабантуй байрамының иң көсөргәнешле мәле ылаҡ ярышы булды. Физик көс, таһыллыҡ талап иткән көсөргәнешле уйынды халыҡ ихлас күҙәтте.

Гүзәл Борханова