Көс, таһыллыҡ аша яуланған еңеү... Шишмә районы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек мәҙәниәт һәм ял паркында тәүге тапҡыр «Геройҙар уҙышы» үтте. Республикала 11-се йыл рәттән ойошторолған ярышта меңдән ашыу спортсы төрлө дистанцияға, тиҫтәләрсә ҡаршылыҡ аша йүгерҙе. Быйыл беренсе тапҡыр бәйгелә балалар ҙа ҡатнашты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йылдың көтөп алынған спорт сараһы башланыуға һанаулы ғына минуттар ҡалғанда сәм уғата көсәйә. Ҡатнашыусылар тәнен яҙып, быуындарын ҡыҙҙырып алыу өсөн зарядкаға баҫа. Дәртле музыка еңеүгә ышаныс өҫтәй.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре туғыҙынсы булып старт алды. Һынауҙар профессиональ спортсыларҙан бер ҙә ҡайтыш булманы тиерлек. 40 гектар биләмәлә төрлө форматтағы үҙенсәлекле трасса һалынған. Шуларҙың 10 саҡрым арауығындағыһы 35 ҡаршылыҡтан торһа, ә 5 саҡрымдағыһында 25 һынау аша үтеү бурысы ҡуйылды.
Һалҡын һыу, бейек стена, тимер сыбыҡтар, ер аҫты тоннеле һәм башҡалар. Махсус эшләнгән заманса ҡаршылыҡтарҙан бигерәк, биләмә рельефы үҙе лә һынауҙар ҡуя. Тәү ҡарашҡа ғына ябай күренгән кәртәләрҙе үтә башлаһаң хәлдән тайырға мөмкин. Ярыш ҡатнашыусыларына көндөң ямғырлы тороуы бер ни торманы.
Геройҙар уҙышы – ул спорт ҡына түгел, ялҡынлы һөйөү ҙә. Екатеринбург ҡалаһынан ҡатнашҡан пар дистанцияны уңышлы үтте. Финишҡа еткән ҡыҙҙы еңеүсе жетоны менән бергә, никах балдағы ла көтә ине.
«Геройҙар уҙышы» проектында быйыл беренсе тапҡыр балалар ҡатнашты. Ойоштороусылар уларға 15 ҡаршылыҡтан торған ике саҡрым дистанция әҙерләгәйне. Ярыш инструкторҙар оҙатыуында барҙы. Шулай уҡ малай-ҡыҙҙарҙы урында ирекмәндәр һәм ата-әсәләр ҙә ҡеүәтләне.
Спорт сараһы форматы офис хеҙмәткәрҙәренән профессиональ спортсыларға тиклем ҡыҙыҡлы булһын өсөн уйланып эшләнгән. Махсус әҙерлекһеҙ ҡатнашыусылар ҙа трассаны уңышлы йырып сыҡты. Шуға ла ҡаршылыҡтар аша финишҡа еткән һәр кем еңеүсе булды.
Азат Ғәлиуллин