Үзбәкстан инвесторҙары Башҡортостанда газ баллон ҡоролмалары һәм еңел автомобилдәр өсөн аммортизаторҙар етештереүҙе яйға һалырға иҫәп тота. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән осрашыуҙа ҡаралды.
Башҡортостан башлығы Урта Азия дәүләтенән килгән эшлекле даирәләр вәкилдәрен ҡабул итте. Май урталарында Башҡортостандың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Үзбәкстанға барҙы. Уның барышында 200 миллион доллар күләмендә 19 килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Урта Азия эшҡыуарҙарының республикаға килеүе лә тап шул сәфәр һөҙөмтәһе. "Газ ресурс" йәмғиәте Башҡортостанда автомобилдәр өсөн 4 газ яғыулығы станцияһы төҙөгән. Проекттар Нефтекама ҡалаһы, Ҡырмыҫҡалы, Өфө һәм Белорет райондарында ғәмәлгә ашырылған.
Әле йүнселдәр алмаш өлөштәргә киткән сығымды кәметеү маҡсатында Башҡортостанда газ баллон ҡоролмалары заводын төҙөргә иҫәп тота. Делегация вәкилдәре шулай уҡ Башҡортостанда автомобиль аммортизаторҙарын етештереүҙе яйға һалырға ла теләк белдерҙе.
Осрашыу барышында Өфөлә торлаҡ комплексы төҙөлөшө баҡыр мәғдәнен сығарыу һәм эшкәртеү мөмкинлектәре буйынса ла фекер алышынды. Радий Хәбиров профилле министрлыҡ һәм ведомстволарға инвестиция проекттарын өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереп, ер майҙандарын бүлеү юлдарын ҡарарға ҡушты.