Өфөнөң Зорге урамының 45-се йорт адресы буйынса йәшәүселәр тариф хаҡы артыуына ҡаршы

Өфөнөң Зорге урамының 45-се йорт адресы буйынса йәшәүселәр торлаҡ хужалығы идаралығы эшмәкәрлегенә ризаһыҙлыҡ белдерә. Атап әйткәндә, халыҡ йортто хеҙмәтләндереү буйынса тариф хаҡы артыуына ҡаршы. Хаҡ 45 процентҡа артҡан. Аҡса түләнә, әммә төҙөкләндереү эштәре башҡарылмай. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Түбәнән һыу аға, вентиляция эшләмәй. Етмәһә, фатирҙарҙа -ҡомаҡтар. Лифттарға инеүе лә ҡурҡыныс, ти Зорге урамы 45-се йортта йәшәүселәр. Ҡышҡыһын ҡыйыҡтарҙан ҡар ҙа таҙартылмай.

Күптәр йортта бинаға нигеҙ һалынғандан бирле, йәғни биш тиҫтә йылдан ашыу, йәшәй. Йортто хеҙмәтләндреү өсөн халыҡ даими рәүештә аҡса түләй, әммә йортта төҙөкләндереү эштәрен улар 2010 йылдан бирле күргәне юҡ.

Йортто хеҙмәтләндереү ойошмаһы вәкиле дәғүләрҙе инҡар итә. Уның һүҙҙәре буйынса, йортта төҙөкләндереү эштәре өлөшләтә башҡарылған. Әммә йорттоң икенсе подъезы янында хатта урна ла юҡ.

Йортто хеҙмәтләндереү өсөн артҡан тариф хаҡы май өсөн квитанцияларҙа килә. Күп фатирлы йортта йәшәүселәр тариф законһыҙ рәүештә күтәрелгән, тип иҫәпләй. Мәсьәлә хәл ителгәндә, халыҡ фекере иҫәпкә алынмай. Хаҡтарҙы үҙгәртеү буйынса йыйылыштар үткәрелмәй, халыҡтан ҡултамғалар алынмай.

Өфөнөң Октябрь районы торлаҡ хужалығы идарылығы вәкилдәренең мәсьәләгә үҙ ҡарашы. Күп фатирлы йортта йәшәүселәр республика прокуратураһына һәм Хөкүмәтенә, хатта ил Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт иткән. Әлегә халыҡ рәсми яуап көтә, хоҡуҡтарын судта ла яҡларға әҙер.

Рәзилә Ғиниәтуллина