Һуңғы биш йылда эш тиҙлеге ике тапҡырға артҡан. 2017 йылда тәүлегенә 68 мең гектар сәселгән, быйыл 135 мең гектар сәселде, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Быйыл ғинуар-май айҙарында 1 мең 300 техника алынды, бының 4 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Яңы техника менән сәсеү эштәре бер аҙнаға иртә тамамланған. Тәүлегенә 200 мең гектар сәсеүгә ирешеүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ, тине ведомство етәксеһе Илшат Фәзрахманов.