Бының менән ойошма ағзалары килешеп етмәй. Шуға ла бөгөн улар үҙ хоҡуҡтарын яҡларға мәжбүр. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Белдереүгә ярашлы, гаражды июнь аҙағына тиклем күсереү бурысы ҡуйылған. Юғиһә, эш башҡа төр ысул менән хәл ителәсәк.
Шуға ла «Авиатор» ҡулланыусылар кооперативы ағзалары был ҡарар менән килешмәй. Баш ҡала хакимиәте гараждар ҡуйыу өсөн башҡа урын тәҡдим итмәгән. Ҡоролмаларҙы күсереү сәбәптәре лә бөтөнләй аңлашылмай, ти улар. Бөгөн кооператив биләмәһендә меңдән ашыу гараж иҫәпләнә. Күптәр белдереү ҡағыҙы эленгәс тә, бәләнән баш-аяҡ, тип эвакуатор саҡыртып күсенә лә башлай.
Был турала бихисап рәсми документтар һөйләй. Ерҙең ҡасан һәм ниндәй шарттарҙа бирелеүен, тәғәйенләшенә тиклем аҡҡа ҡара менән яҙылған. Ҡулланыусылар кооперативы бухгалтеры ер участкаһы буйынса иҫәпләшеүҙең ваҡытында башҡарылыуын белдерә. Тик былтыр ер ойошмаға ҡарамай тигәндән һуң, түләүҙәр туҡтатылған.
Ә кадастр картаһында әлеге ер биләмәһе тимер ҡоролмалар өсөн билдәләнгән. Гараждар урыны ла ваҡытында һаҙлыҡтан бүленгән. 2006 йылда ҡулланыусылар кооперативы ағзалары ер биләмәһен ҡоротоп, файҙаланырлыҡ хәлгә килтерә.
Өфөнөң Калинин районы хакимиәте «Авиатор» ҡулланыусылар кооперативының ер участкаһын законһыҙ нигеҙҙә биләүен белдерҙе. Быны улар ҡуртымға бирелгән биләмәнең мөҙҙәте сығыуы менән аңлата. Шуға ла эш суд приставтарына тапшырылған. Ә ойошма ағзалары ҡарарҙы ҡабат тикшереүҙе һорап, Юғары судҡа мөрәжәғәт иткән. Улар гараж амнистиция законына ярашлы мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүенә өмөтләнә.
Азат Ғәлиуллин