Милли спорт төрҙәрен тергеҙеп..

Баймаҡ районы Граф күле буйында һыбай уҡтан атыу турниры һәм ылаҡ ярыштары үтте. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрселәре әҙерләгән яҙмала.

Баймаҡ районында «Мәргән уҡсы» хәрәкәте бынан өс йыл элек башланды. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уҡсылар уңыштарға өлгәшеп үҙҙәрен республика кимәлендә танытып өлгөрҙө. Сираттағы турнир традицион уҡ атыу бәйгеһенән айырылып торҙо. Уның ҡағиҙәләре буйынса уҡсылар атта һыбай сабып барған килеш Корея маршруттары буйынса 90 метр арауыҡты 14 секунд эсендә үтеп сәпкә тейҙерергә тейеш. Һәр бер маршрутты улар өс тапҡыр үтте.

Был ҡыҙыҡлы ярышта райондың төрлө ауылдарынан 12 уҡсы ҡатнашты,ҡатын‐ҡыҙҙарҙ ҙа ситтә ҡалманы. Спортсылар араһында 16 йәшлек Инйәр Йортбәков тәүге тапҡыр ҡатнашыуына ҡарамаҫтан яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, өсөнсө урынға лайыҡ булды.

«Ылаҡ» милли уйынында Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән районы командалары ярышты.

Бик күптәр хәҙер һабантуйҙарға ат сабышын ғына түгел ә «Ылаҡ» уйынына ла тамаша ҡылырға йөрөй.Төрки халыҡтарының сослоҡто,саялыҡты талап иткән был уйыны мауыҡтырғыс һәм күңелле. Кәзә кәүҙәһен тәгәрмәстәрҙән яһалған ҙур ҡаҙанға ташлауы еңелдән түгел. мауыҡтырғыс тамаша ысын ир‐егеттәр алышы.

Көсөргәнешле ярышта Әбйәлил районын командаһы беренсе урынға лайыҡ булды.Ә һыбай уҡ атыу ярышында Баймаҡ районынан Рәсих Йортбәковҡа етеүсе булманы. Һәр ҡатнашыусылар аҡсалата премия һәм почет грамоталарына лайыҡ булды.