Быйыл 4 айҙа ваҡлап һатыу әйләнеше 362 миллиард һумға еткән. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы округында тәүге дүрт төбәк араһында.
Башҡортостанда сауҙа өлкәһендә тотороҡло үҫеш һаҡлана, тип хәбәр итәләр Федераль статистика хеҙмәте идаралығынан.