Ул Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы биләмәһендә урынлашасаҡ.
Медицина хеҙмәткәренән тыш, бында Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ғүмәр Ҡыуатовҡа бюст асыу ҡарала. Достоевский урамындағы йәйәүлеләр юлын төҙөкләндереү эштәре менән медицина учреждениеһына эш сәфәре барышында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин танышты. Яуаплы вазифала яңы эш башлаған етәксе шулай уҡ поликлиника төҙөлөшө менән танышты.
Һаулыҡ һаҡлау министры дауахана эшмәкәрлеге менән яҡшы таныш. Ваҡытында ул бында невролог булып эшләй. Коллектив менән осрашыуҙа Айрат Рәхмәтуллин медицина хеҙмәткәрҙәрен борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Шуларҙың береһе битлеккә бәйле. Һаулыҡ һаҡлау учреждениелары юғары хәүеф зонаһы һанала, шуға ла инфекциянан һаҡланыу өсөн битлек режимы ғәмәлдә ҡала, тине министр.
Илдар Байбулатов