Башҡортостандағы берҙән-бер Ҡумыҙ музейына Роберт Заһретдиновтың исеме биреләсәк

Роберт Абдрахман улы ваҡытында яҡташтарына баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле бүләк эшләгән – үҙенең бай ҡумыҙ коллекцияһын тапшырған. Шуның нигеҙендә тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ҡумыҙ залы барлыҡҡа килгән, бөгөн уны Ҡумыҙ музейы тип йөрөтәләр.

Бында 300-ҙән ашыу ҡомартҡы, Ер шарының 30 иленән 70-тән ашыу төрҙәге ҡумыҙ, фәнни әҙәбиәт, фотолар, ҡумыҙ моңо яҙылған аудио һәм видеокассеталар, дисктар тупланған.

Илдар Байбулатов