Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында төньяҡ тоннель асылды

Салауат Юлаев проспектынан Өфө йылғаһы ярына тиклем ер аҫтынан тураға транспорт йөрөй башлай. Йыл башынан 3 миллиард ярым һумға эштәр башҡарылған. Төҙөлөш йылдам бара. Көнсығыш сығыу юлының техник әҙерлеге 49 процентҡа баһалана. Вице-премьер Рәиф Әбдрәхимов һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Көнсығыш сығыу юлы – Волга буйы округында иң ҙур транспорт проекттарының береһе иҫәпләнә. Тоннель аша ике федераль трасса тоташтырыла. Объект 2023 йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.