"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнеүселәргә 50 мең һум түләнә

Аҡса бер тапҡыр бирелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала Указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Әлегә тиклем күп балалы әсәләргә бер тапҡыр 17 мең 241 һум түләнде.