Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә Өфөнән «Изгелек» үҙәге хеҙмәткәре Рәмзилә Ғәниева тураһында яҙа.
Рәмзилә Камалетдин ҡыҙы 20 йылдан ашыу социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Ул яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға һәм инвалидтарға ярҙам итә.
“Бөгөн республикала 15 меңдән ашыу социаль хеҙмәткәр һөнәри байрамын ҡаршылай. Йыл һайын уларға 1 миллион ярым кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Бөтәһе исеменән социаль хеҙмәткәрҙәре ҡотлайым, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем”, – тип билдәләгән Радий Хәбиров.