Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары балалары 3 аҙна буйына төрлө һыуһаҡлағыстар, ҡурсаулыҡтар һәм ҡалалар буйлап экскурсияларҙа йөрөйәсәк. Тиҫтә йылға яҡын ауыр тормош шарттарында йәшәгән балаларҙың йәйге ялын онотолмаҫлыҡ һәм файҙалы итеп уҙғарыу өсөн төбәк етәкселеге барыһын да эшләйсәк.
Балалар Ростов өлкәһендә тәүге медицина күҙәтеүе үткән. Өфө килеү менән дә уларҙы Роспотребнадзор белгестәре тикшерә. Һуңынан ял итеүселәр Күмертау ҡалаһының «Йәшел имәндәр» балалар лагерына урынлаштырыласаҡ.
Айнур Кәбиров