Подписывайтесь на Bash.News
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Луганск Халыҡ Республикаһы башлығы Леонид Пасечник ике аралағы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү юлдары буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.
Луганск Халыҡ республикаһы Башлығы Леонид Пасечник зыян күргән биләмәләрҙе тергеҙеүгә ярҙам күрһәткәндәре өсөн Башҡортостан халҡы һәм республика менән идара итеү командаһына рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Регионы Российской Федерации берут шефство над нашими городами и районами. Башкортостан одним из первых протянул нам руку помощи. Вы начали помогать городу Красный Луч. Уверен, что вместе мы быстрее восстановим инфраструктуру, разрушенное жильё и социальные объекты, поможем людям вернуться к нормальной жизни.
Леонид Пасечник, Луганск Халыҡ Республикаһы башлығы
Башҡортостан менән Донбасс халыҡтары дуҫлығын тәрән тарихи тамырҙар бәйләй. Беҙҙең ата-бабалар был ерҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡлап ҡан ҡойған. Нацизм менән көрәштә беҙ әле лә бер сафта. Республика ярҙам көсөн Красный Луч ҡалаһына йүнәлтте. Бында әле юл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы хеҙмәткәрҙәре, табиптар эшләй. Улар төрлө объекттарҙы тергеҙеүгә ярҙам итә. Башҡортостандан Луганск халыҡ республикаһына гумантир ылау менән асфальт-бетон заводы һәм медицина ҡорамалдары оҙатылды. 2022 йылдың икенсе яртыһында Башҡортостан Луганск халыҡ республикаһына күләмле бизнес-миссия менән сәфәр ҡылырға ниәтләй. Улар сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм иҡтисадтың башҡа тармаҡтарында берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров
Луганск халыҡ республикаһы башлығы менән рәсми осрашыуҙан һуң Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре Луганск ҡалаһы үҙәгендәге Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға сәскәләр һалды.