Октябрьский ҡарттар һәим инвалидтар йорт-интернатының Шаран районы Баҙғыя ауылы филиалында эшләүсе социаль хеҙмәткәрҙәр тап ошондай сифаттарға эйә. Үҙәк эшмәкәрлеге менән БЮТ каналының ижади төркөмө танышты.
Флүрә Сәфиуллина ғүмер буйы колхозда мал ҡараған, эшләмәгән эше ҡалмаған тиерлек. Тик олғайғас сәләмәтлеге ҡаҡшап күреү һәләтен юғалтҡан. Алтынсы йыл үҙәктә йәшәй. Социаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре бала тәрбиәләгән һымаҡ ҡарай, ти ул.
Бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер итеүселәрҙең һәр береһенә иғтибар бүлеү, өҫ баштарын ҡарау, ашатыу 17 социаль хеҙмәткәр иңендә. Вәсилә Ғәлимулла ҡыҙы 1992 йылдан бирле эшләй. 25 йылдан ашыу ваҡыт эсендә ул ашнаҡсы, ололарҙы ҡараусы, санитарка, шәфҡәт туташы булып эшләгән. Элек бөтә хеҙмәт ҡул көсө менән башҡарылһа, хәҙер шарттар икенсе.
Әле бында 25 кеше йәшәй. Улар араһында 3 ғаилә пары бар. Хәленән килгәндәр баҡса тәрбиәләү һәм башҡа йорт эштәренә әүҙем ҡушыла. Тиҙҙән улар теплицала үҙҙәре үҫтергән ҡыярҙан ауыҙ итәсәк. Түтәлдәрҙә сәскәләр күҙҙең яуын ала.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәренең күп йыллыҡ эше Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Шулай ҙа улар өсөн иң ҙур баһа – тәрбиәләнеүселәрҙең йылы һүҙе, оҙайтылған ғүмергә торошло..
Рәмиәлә Исмәғилева