Башҡорт дәүләт университеты «Студенттар туризмы» программаһында ҡатнаша

Ил буйынса студенттарға ял ойоштороу пилот проекты былтыр старт алғайны. Проект эске туризмды үҫтереүҙе үҙ эсенә ала. Программала ҡатнашыусы вуздар йәй айҙарында республиканан һәм сит төбәктәрҙән килгән студенттарҙы ҡабул итә. Йәштәргә өс йүнәлештә программа тәҡдим ителә.

Мәҙәни-танып белеү программаһы буйынса мәҙәни-тарихи объекттарға, хозур тәбиғәт мөйөштәренә сәйәхәт ойошторола. Фәнни-популяр йүнәлештә ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар ҡаралған. Профориентацияла һөнәри белемде арттырыу күҙ уңында тотола.

Студент үҙе генә йәки төркөм менән ял итә ала. Былтыр Башҡорт дәүләт университеты студенттары Алтай крайына барып ҡайтҡан. Быйыл юғары уҡыу йортона килергә теләүсе туристарҙан порталға 14 ғариза килгән. Дөйөм ятаҡта бер юлы 30 кешене урынлаштырыу мөмкинлеге бар. Сәфәргә килеүселәрҙе гид оҙатып йөрөй, йәшәтеү, ашатыу ҡарала. Ҡайһы бер вуздар сәйәхәткә ебәргән студенттарының сығымдарын ҡаплауҙы үҙ өҫтөнә ала.

Рәмиәлә Исмәғилева