«Дуҫтар» хореография студияһы үҙенең юбилейын ҡаршыланы

40 йыл бейеү юлында. «Дуҫтар» хореография студияһы үҙенең юбилейын сәхнәлә ҡаршыланы. Тамашасылар өсөн бай йөкмәткеле программа – коллектив өсөн ҡәҙерле һәм яҡын 30-лап бейеү әҙерләнгәйне. Бейеү ансамбле баш ҡалала үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

40 йылда ижади ойошма бик күп наградалар яулаған, әммә араларында иң абруйлыһы, әлбиттә, маҡтаулы «Халыҡ хореография студияһы» исеме. Бейеүселәр уны йылдар дауамында раҫлап килә. «Дуҫтар» коллективы күптән инде ҙур бейеү ғаиләһенә әйләнгән. Ижади ойошманан йөҙҙәрсә бейеүсе үҫеп сыҡҡан.

Коллективта шөғөлләнеү халыҡ бейеүҙәренә һөйөү тәрбиәләй, быуындар күсәгилешлеге ансамбль традицияларын йәштәргә тапшырыу мөмкинлеге бирә. «Дуҫтар» ансамбле хореография өлкәһендәге заман үҙгәрештәренән дә артта ҡалмай.

Гөлдәриә Йосопова