Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар арҡаһында республика йылғаларының ярҙарынан сығыуы ихтимал

Айырыуса ҙур хәүеф Йүрүҙән, Әй, Эҫем, Инйәр, Ләмәҙ йылғаларында көтөлә. Синоптиктар әйтеүенсә, һуңғы көндәрҙә генә яуым-төшөм ике айлыҡ норманан уҙған. Ҡала урамдарын да ямғыр һыуҙары баҫты. Ҡотҡарыусылар әлегә 600 куб метрҙан ашыу һыу һурҙырған. Ямғырҙар артабан да туҡтамаһа, ниндәй юғаплтыуҙар булыуы ихтимал? Беҙҙең БЮТ каналы хәбәрсеһе ҡыҙыҡһынды.

Сәскәләр таж ярмай, еләктәр бешмәй. Илайҙар, Алланан һорайҙар, күҙ йәшен йәлләмәй. Күрәһең, улар ҙа дүшәмбе донъяға килгән. Хәйер, туҡтауһыҙ яуған ямғырҙан көндәр буталып та бөткән. Баҡсасылар хәҙер аҙналап ҡулына көрәк, тәпке алғаны юҡ. Ә инде яҙ сәсеп ҡалдырған үҫентеләр ҡояшһыҙ интегә. Быйылғы йәй хатта былтырғы ҡоролоҡҡа ҡарағанда ла хәүефлерәк, ти улар.

Ҡоролоҡ мәлендә үҫентеләргә һыу һибергә мөмкин. Әгәр ямғырлы йыл килһә, ҡояшты ҡайҙан алырға һуң? Ҡояшһыҙ еләк-емеш, тамыраҙыҡтар өлгөрмәй.

Евгений, баҡсасы

Туҡтауһыҙ ҡойған ямғырҙар ҡайһы бер райондарҙа үҫентеләрҙе тулыһынса юҡҡа сығарҙы. Бишбүләктә, мәҫәлән, урам буйлап аҡҡан йылға түтәлдәрҙе тотошлайы менән йыуып алып китә. Әгәр яуым-төшөм туҡтамаһа, ауыл хужалығына ла зыян килеүе ихтимал.

Ә һауа торошо әле генә яҡшырырлыҡ түгел. Һуңғы тәүлектәрҙә ике айлыҡ норма ямғыр яуһа, киләһе аҙналарҙы хатта, төҫмөрләүе лә ауыр, ти синоптиктар. Һәр хәлдә әлегә туҡтамаһа ла, яуым-төшөм күләменең кәмеүе күҙәтелә.

Республикалағы гидроҡоролмаларға ла һыу килеүе ҡырҡа артҡан. Ләкин улар штат режимында эшләй. Быуаларҙы пландан тыш асыу көтөлмәй. Йәғни, күпме һыу килә, шул тиклемде ебәрәләр.

Мәҫәлән, Йомағужа һыуһаҡлағысына секундына 30-40 кобеметр һыу килә ине, әле иһә 160-тан ашты. Был күләм беҙҙең быуалар өсөн норма. Ләкин циклон Силәбе өлкәһенә яҡынлай һәм ундағы йылғалар беҙгә тиклем ташып килеүе ихтимал. Күршеләр бындай осраҡта иҫкәртергә һүҙ бирҙе.

Виталий Тюр, Кама һыу бассейны идаралығының Башҡортостан буйынса һыу ресурстары бүлеге етәксеһе урынбаҫары

Мәҫәлән, Йүрүҙән, Эҫем, Әй, Инйәр, Ләмәҙ йылғалары. Ҡотҡарыусылар, ҡайһы бер ауылдарға ла һыу үтеп инеү ҡурҡынысы янай, тип иҫкәртә.

Ә бына ҡала эсендәге йылғалар менән хәл бер аҙ ҡатмарлы. Баш ҡаланың ямғыр һыуҙарын ағыҙырлыҡ улаҡтары юҡлығы һәр кемгә билдәле. Бер нисә районда «туфан һыуы» ҡалҡа башлағас, ҡотҡарыусылар уны һурҙырып алырға булды. Әлегә 600 куб метр ямғыр һыуҙары ситкә ағыҙылған.

Айнур Кәбиров