Күгәрсен районы Семен-Петровский ауылында йәкшәмбе мәктәбе һәм яңы собор асылды

Уға Ҡазан Мәрйәм анаһы иконаһы исеме бирелде. Ҡорам халыҡ һәм хәйриә фондтары ярҙамында төҙөлдө. Улар объект төҙөлөшөнә күмәкләп аҡса йыйҙы.

Ҡорамдың майҙаны – 280 квадрат метр. Бейеклеге – 27 метр. Ғибәҙәт йортон асыуҙа Күмертау һәм Салауат ҡалалары епискобы Николай ҡатнашты.

Радмир Аҙнабаев