Башҡортостан һәм Луганск республикаһының Красный Луч ҡалаһы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Документҡа премьер-министр Андрей Назаров  һәм Красный Луч хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко ҡул ҡуйҙы. Андрей Назаров белдереүенсә, төп маҡсат - сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, сәнәғәт, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, спорт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү. Берҙәм инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла.