Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, байтаҡ берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу көтөлә. -Донбастың иҡтисады әле көслө түгел, әммә ул тергеҙеләсәк һәм беҙ ышаныслы партнер менән эшләйәсәкбеҙ. Беҙҙең республикалар араһында дуҫлыҡҡа ышанам, хеҙмәттәшлек өсөн ҙур мөмкинлектәр бар, - тип яҙа Радий Хәбиров. Луганскиҙа ике төбәк араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса кәңәшмә булды, Красный Луч ҡалаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө, ошонда уҡ Башҡортостандан килтерелгән асфальт заводын асыу тантанаһы булды. Делегация Луганск республикаһында Миңлеғәли Шайморатовҡа бюст асыу тантанаһында ла ҡатнашты.