Радий Хәбиров Башҡортостан иҡтисадына ярҙам саралары тураһында һөйләне

Республика Башлығы "Интерфакс" агентлығына интервью бирҙе. Уның әйтеүенсә, иҡтисадҡа ярҙам өсөн бюджеттан 54 млилиард һум ҡаралған. Экспорт һәм импорт йүнәлештәре лә анализлана, яңыса ҡорола. - Башҡортостан һөт ризыҡтары, һыйыр, сусҡа ите йомортҡа, картуф, ҡыяр менән үҙен тулыһынса тәьмин итә. Шәкәр республика ихтыяжынан - 4, көнбағыш майы 7 тапҡырға күберәк етештерелә. Социаль хәл тотороҡло. Эшһеҙлек кимәле  3,9 процент, - тине Радий  Хәбиров.