Быйыл Башҡортостанда 776 объектта капиталь ремонт уҙғарыла

Иҫке йортҡа яңы һулыш. Башҡортостанда быйыл 776 объектта капиталь ремонт уҙғарыла. Барлығы 800 төрҙән ашыу эш башҡарыла. Төҙөкләндереү барышында фасадтарҙы биҙәү, шулай уҡ тыштан йорттарҙы йылытыуға иғтибар ҙур. Был ремонт үткән торлаҡҡа йылылыҡ сығымдарын кәметергә лә мөмкинлек бирә. Эш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин ҡыҙыҡһынды.

Подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәренең эше көйлө бара. Капиталь ремонт проекты буйынса Черниковка биҫтәһенең Интернациональ урамындағы күп фатирлы йорттоң стенаһы тыштан йылытыла.

Был йортта беҙ стеналарҙы тыштан йылытабыҙ, һыу улаҡтарын яңыртабыҙ, подъезд алдына ҡыйыҡ ҡуябыҙ, балкондарҙы профнастил менән тышлайбыҙ.

Егор Шумков, подрядсы ойошманың участка етәксеһе

Панель йорт 1960 йылғы. Уға ремонт күптән талап ителгән. Фасадты тышлауҙа пенопласт һәм минераль йылытҡыс ҡулланыла.Өҫтөнән штукатурка һылау һәм буяу ҡаралған. Йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, төҙөкләндереү һөҙөмтәләре әле үк үҙен һиҙҙертә.

Элек бигерәк тә ҡышҡы осорҙа йорт үтәнән-үтә туңа, стеналарға бәҫ ҡуна торғайны. Мин мөйөштәге фатирҙа йәшәйем. Ҡышҡыһын һыуыҡ, йәй эҫе булды. Йортто тышлағас та фатирҙа ел тынды. Тауыш изоляцияһы яҡшырҙы, стеналар йылынды. Энергия һөҙөмтәлелеге яҡшыра. Йылылыҡ өсөн сығымдар кәмер тип ышанабыҙ.

Михаил Игнатьев, күп фатирлы йорт комитеты рәйесе

Менделеев урамындағы был йортта подъезд төҙөкләндерелгән. Стена буяуҙары, почта йәшниктәре яңыртылаған. Эштәр февраль уртаһында башланып, апрель башына тамамланған. Йортта йәшәүселәрҙең фекере лә иҫәпкә алынған.

Беҙҙең бөтә теләктәр шунда уҡ иҫәпкә алынды, эштәр тулыһынса халыҡ фекеренә таянып башҡарылды. Етешһеҙлек асыҡланыу менән ваҡытында төҙәтелде.

Ирина Ахунйәнова, күп фатирлы йорт комитеты рәйесе

Башҡортостанда быйыл 776 объектта капиталь ремонт уҙғарыу ҡаралған. 38 күп фатирлы йортто тышлап, йылытыу ҡаралған. Эш башлыса милек хужаларының аҡсаларына, йәғни капиталь ремонт фонды иҫәбенә башҡарыла.

Төҙөкләндереү эштәре башлыса милек хужаларының аҡсаһына, йәғни капиталь ремонт фонды иҫәбенә башҡарыла. Шуға ла айлыҡ иғәнәләрҙе түләү дисциплинаһын нығытыу мөһим. Йәғни халыҡтың бурысы әҙерәк булған һайын, ремонтланған йорттар һаны ла артасаҡ.

Олег Койда, Капиталь ремонт фондының бүлек етәксеһе

Миҙгелдең ремонт планына ингән йорттарҙы төҙөкләндереү менән тотҡарлыҡтар юҡ. Төҙөлөш материалдары етәрлек. Уларҙы башлыса Башҡортостан етештереүселәре тәьмин итә.

Рафиҡ Әхмәтшин