Ишембай районы Ғүмәр ауылы йүнселдәре кооперативҡа берләшеп, «Торатау» геопаркына ҡараған биләмәлә агротуризмды үҫтерә. Хозур тәбиғәт ҡосағында күрһәтеләсәк ҡунаҡсыллыҡ тураһында киләһе яҙма.
Ишембай районы Ғүмәр ауылынан Рим Ғайсин балта оҫтаһы ғына түгел, тәжрибәле умартасы ла. Йүнсел боронғо кәсептәрҙе тергеҙеп кенә ҡалмай йәш быуынға ла еткерә. Бал ҡортондай тырыш булғанғалыр, түмәр умарталары ла һәр ваҡыт ҡараулы. Бүжәтау һәм Ғүмәр тарлауығына туристар күпләп килә, ҡортсолоҡто үҙ иткән ир уларҙы эш тәжрибәһе менән таныштырмаҡсы.
Рим Ғайсиндың ҡатыны Гөлнур аш-һыуға оҫта. Хужабикә хозур тәбиғәт ҡосағына ял итергә килеүселәрҙе яңы ғына мейестән сыҡҡан икмәк, милли ризыҡтар менән ҡаршы алырға йыйына.
Ғайсиндар Ғүмәр ауылында йәшәүсе тағы ла алты ғаилә менән берләшеп, ауыл хужалығы кооперативы ойошторған. Берләшмә ағзалары Бүжәтау, Ғүмәр тарлауығы янында агротуризмды үҫтереүгә тос өлөш индерә. «Торатау» геопаркы объекттарын күрергә килгән туристар өсөн белем биреү һәм ял үҙәге, ҡунаҡ йорттары төҙөү – күп яҡлы эшмәкәрлек алып барыла.
Кооперативҡа йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән Рауил Яхин да ҡушылған. Хужалығында башҡорт тоҡомло ете аты, тиҫтәнән ашыу эре мөгөҙлө малы бар.
Ғүмәрҙәр туристар өсөн ҡымыҙ, ҡорот, ҡаҙылыҡ әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторорға ниәтләй. Шулай уҡ ҡайын туҙынан ҡара һағыҙ ҡайнатыу нескәлектәре менән дә танышырға була.
Кооператив ағзалары йәйге осорҙа ғына түгел, йыл әйләнәһенә лә туристар өсөн эшләргә әҙер. Ғүмәр ауылы эшҡыуарҙарының агротуризмды үҫтереү башланғысы районға ғына түгел, тотош республикаға өлгө булырҙай.
Алина Саҙретдинова