Тәүге медицина ярҙамы һәм янғын һүндереү тәртибе нигеҙҙәре

Өфөлә ирекмәндәр өсөн ғәҙәттән тыш хәлдә эш итеү буйынса дәрестәр ойошторолдо. Буласаҡ ҡотҡарыусыларға профессионалдар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Тәүге тапҡырҙан яһалма тын алдырыу мөмкин дә түгел һымаҡ. Әммә улар бында оҫталыҡтарын камиллаштырыу өсөн килгән. Маҡсаттары - ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта, юғары белгес кеүек эш итеү. Ирекмәндәрҙең күптәре былтырғы янғындарҙы һүндереүҙә ҡатнашып, тәжрибә туплап өлгөргән дә инде.

Ирекмәндәр ҡотҡарыусыларҙы әҙерләү үҙәгендә уҡыуҙар үтә. Бында улар беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә, шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланырға өйрәнә. Психологик яҡтан да әҙерләнеү мөһим. 18 сәғәткә иҫәпләнгән уҡытыу программаһы ғәҙәттән тыш хәлдә үҙеңде тотоу, эш итеү буйынса төп мәғлүмәтте туплай.

Быйыл республикала тәүге янғындар апрелдә тәркәлгәйне. Йәй башы ямғырлы, шул сәбәпле тәбиғи янғындар хәүефе әлеге янамай. Әммә белгестәр әйтеүенсә, был тотороҡлоҡ август аҙаҡтарына үҙгәрергә мөмкин.

Былтырғы янғындар ваҡытында ирекмәндәр ярҙамы баһалап бөткөһөҙ булды. Быйыл да Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты 2 меңдән ашыу ирекмән әҙерләгән.

Шулай ҙа бөгөн алған белемде файҙаланырға тура килмәҫ тигән ышаныста ирекмәндәр. Әммә һәләкәт хәүефе янағанда утҡа ҡаршы аяуһыҙ көрәшеүселәр бар.

Рәзилә Ғиниәтуллина