Ошондай исем аҫтында Баймаҡ ҡалаһында «Йәшлек» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Юлай Мәҡсүтовтың хәтер кисәһе үтте. Сарала журналистың туғандары, яҡындары, ҡәләмдәш дуҫтары, әҙәбиәт һөйөүсөләр ҡатнашты.
Юлай Мәҡсүтов журналистика өлкәһендә айырым урын биләй. Талантлы журналист үткер ҡәләме, тура һүҙе, ҡыйыу мәҡәләләре аша гәзит уҡыусыларына яҡшы таныш. Йәшләй генә яҡты донъянан китеүенә ҡарамаҫтан, үҙ артынан яҡты эҙ ҡалдыра ул. Йәшенә лә, ҡартына ла кәңәшсе, яҡшы әңгәмәсе, ғәҙел иптәш була ул – Юлай Мәҡсүтов.
Быйыл журналистың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы йәш ижадсылар араһында Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсы үткәрҙе. Сибай, Ишембай, Өфө ҡалаларынан, Баймаҡ, Йылайыр райондарынан барлығы 41 эш ҡабул ителгән. Хәтер кисәһендә һәләтле балалар тәбрикләнде.
Юлай Мәҡсүтовтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән уның туғандары район журналистар премияһын булдырған. Сарала ошо мәртәбәле премияға лайыҡ булыусылар исеме яңғыраны, лауреаттар тәбрикләнде. Улар – Баймаҡ телевидениеһы мөхәррире Әлфиә Хәмитова һәм «Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзите журналисы Гүзәл Бохарбаева.
Юлай Мәҡсүтов республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында барған хәл-ваҡиғаларҙы, уларҙың тырыш кешеләре тураһында «Йәшлек» гәзитендә яҡтыртып бара. Хәтер кисәһендә «Йәшлек»тәр Юлай Хөрмәт улы исемендәге конкурс иғлан итеүҙәре хаҡында белдерҙе.
Сарала шулай уҡ журналистың «Юлай аманаты» исемле китабының исем туйы ла үтте. Яҡты эҙ ҡалдырған талант эйәһенең ижады халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр.
Альбина Байегетова