Владимир Путин Башҡортостандағы мебель кластерының үҫеш мөмкинлектәрен юғары баһаланы

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы алдынан дәүләт башлығы йәш эшҡыуар, инженерҙар һәм ғалимдар менән осрашты. Улар араһында Туймазының «Корона» предприятиеһы етәксеһе урынбаҫары Алмаз Мәмлиев та булды.

Был ойошма матрастар һәм карауаттар эшләүгә махсуслашҡан. Тап Башҡортостан фабрикаһы базаһында илдәге тәүге мебель кластеры ойошторолған. Республика вәкиленең һорауы импортты алмаштырыуға бәйле булды. Атап әйткәндә, ул яңы проекттар өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтергә тәҡдим итте. Йәш эшҡыуар шулай уҡ Владимир Путинды быйыл көҙ Туймазыға яңы производтсво асыу тантанаһына саҡырҙы.

Мебель кластеры 11 предприятиены – йомшаҡ мебель, фурнитура һәм башҡа мебель өлөштәрен етештереүселәрҙе берләштерә. Шулай уҡ проектта Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы, «ПромҮҙәк» технопаркы, Өфө урман техникумы ҡатнаша.