Етештереүселәр сит ил ҡушылмаһын Рәсәйҙекенә алыштырырға йыйынмай. Артабан производство нисек эшләйәсәк һәм бөтәбеҙ ҙә яратып ашаған томат соусы магазин кәштәләренән юғалмаҫмы?
Ирина Атнағолова комбинатта 17 йыл эшләй. Ул соусты бешереп банкаларға тултырыу өсөн яуаплы. 85-90 градус ҡайнарлыҡтағы томат пастаһы пастеризацияланған банкаларға тула. Бөтә эш автоматлаштырылған линияла.
Завод сеймалды – томат пастаһын Рәсәйҙән, Ирандан һәм Ҡытайҙан ала. Был отошло, ти компания хеҙмәткәрҙәре. Әгәр ҙә соусты помидорҙан үҙҙәре эшләһә, мәҫәлән, 700 грамлы банка соус өсөн яҡынса биш килограмм йәшелсә китә, ҡулланыусыға бер банкаһы 400 һумға төшөр ине.
Айына бында йөҙҙән ашыу төрлө ике мең ярым тонна продукция етештерелә һәм ил төбәктәрендәге 50 мең сауҙа нөктәһенә оҙатыла. Ассортимент йылдан-йыл арттырыла килә.
Тик был кетчуп, майонез, томат соусы составына ингән крахмал һатып алыу санкцияларға бәйле туҡтатылған. Ә Рәсәйҙә етештерелгән крахмал менән продукция составы бөтөнләй икенсе килеп сыға, ти технологтар. Сеймалдың 50 проценты Европанан һәм уның менән тәьмин итеүселәр өсөн логистика Ҡытай, Көньяҡ-көнсығыш Азия аша.
Был продукцияның тәме һәм сифатына нисек тәьҫир итер, киләсәктә күрербеҙ. Билдәле, үҙгәрештәр хаҡҡа ла тәьҫир итмәй ҡалмай. Заводта 180 кеше эшләй, техник персонал етмәй. Эш эҙләүселәр булһа, уларҙы компания торлаҡ менән дә тәьмин итергә әҙер.
Рәмилә Исмәғилева