Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт һәм Яҡут ауылдарында хәмер һатыу тыйыла. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта тейешле закон ҡабул итергә йыйына. “Ҡоро закон” тураһында ҡарар тәүҙә ауылдарҙа – граждандарҙың дөйөм йыйылышында күпселек тауыш менән ҡабул ителде. “Хәмер һатыуҙы тыйыу уны ҡулланыуҙы кәметергә, шуның һөҙөмтәһендә үлем кимәлен кәметергә, ғүмер оҙайлығын арттырырға, демографик хәлде яҡшыртырға мөмкинлек бирә”-, ти республика парламенты спикеры Константин Толкачев.