Башҡортостан Ҡытайҙа вәкиллек асырға планлаштыра

Офис Рәсәй сауҙа вәкиллеге янында була. Беҙҙең республиканың ил президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Греков белдереүенсә, уҙған йыл үҙ-ара сауҙа миллиард долларға яҡынлашҡан. Әлеге шарттарҙа Башҡортостанға күпләп  ҡорамалдар кәрәк. Инвестиция йәлеп итеү, яңы бәйләнештәр табыу маҡсатында республика Ҡытайға үҙ вәкилен ебәрергә  ниәтләй.