Архангел районында ямғырҙарҙан һуң Аҫҡын йылғаһы ташҡан

Район үҙәгенең Блюхер урамында ике йорт ихатаһын һыу баҫҡан. Халыҡ ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, башҡа йорттарға һыу баҫыу хәүефе юҡ.

Көтөлмәгән йәйге ташҡынға әҙерлек мәсьәләләре республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөу буйынса комиссия ултырышында тикшерелде. Ултырышта билдәләнеүенсә, һуңғы ваҡыттағы оҙайлы ямғырҙар ҙур йылғалараҙа ла, бәләкәй инештәрҙә лә һыу кимәленең күтәрелеүенә килтергән.

Һөҙөмтәлә күп кенә муниципаль берәмектәрҙә ауылдарҙы, юлдарҙы һыу баҫыуы күҙәтелә. Ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр әле эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса әүҙем эш алып бара һәм тәүлек әйләнәһенә сафта.

Рәмзиә Кәримова