Шаранда сәләмәтлек марафоны уҙҙы

Үҙәк район дауаханаһында ике көн дауамында Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табиптары халыҡты ҡабул итте, түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыуҙар ойошторҙо.

Сәләмәтлек марафоны «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш» төбәк программаһын тормошҡа ашырыу, сәләмәт йәшәү нигеҙҙәрен пропагандалау маҡсатында уҙғарыла. Тәүге көндә баш ҡаланан килгән белгестәр халыҡты ҡабул итеү ойошторҙо, был көндә 100-ҙән ашыу кеше медицина тикшереүе үтте, консультация алды.

Марафондың икенсе көнә иһә Шаран районының үҙәк майҙанында физик күнекмәләр яһау буйынса флешмоб менән башланды. Йыйылыусылар алдында Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгесе Ирина Карамова сығыш яһаны.

Шулай уҡ халыҡ һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн «Инсульт менән инфарктҡа юҡ тип әйтәйек» тигән мәғлүмәти осрашыу ойошторолдо. Сәләмәтлек марафоны Шаран үҙәк район дауаханаһында түңәрәк өҫтәл менән тамамланды. Осрашыуҙа һүҙ ҡан әйләнеше боҙолған кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтеү, ғүмер оҙонлоғон арттырыу хаҡында барҙы.

Рәмзиә Кәримова