Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары

Милли проект сиктәрендә республика буйынса быйыл 200 километр юлды тәртипкә килтереү күҙаллана. Төбәк юлдарында аварияларҙы, үлемесле осраҡтарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән проектты тормошҡа ашырыр өсөн 8 млрд һум аҡса бүленгән.

Был суммаға баш ҡала юл участкаларынан тыш, Ғафури һәм Нуриман районындағы туристик урындарға килтергән юлдарҙы ремонтлау бурысы ҡуйылған. Төп иғтибар, ғәҙәттәгесә, Өфө урамдарына бүленәсәк, сөнки баш ҡала юлдарында авариялар артҡан. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда йыл башынан 600-гә яҡын авария теркәлгән.

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» проектына ярашлы, республика бюджетынан 7 млрд һум аҡса бүленде. Бынан тыш, федераль бюджеттан Бөрө-Һатҡы юлын төҙөкләндереү өсөн 1 һум аҡса йүнәлтелә. Милли проект сиктәрендә 3 йыл эсендә Башҡортостанда мең километрҙан ашыу юл тәртипкә килтерелде.

Флорида Ким