Аварияларҙы иҫкәртеп. Халыҡ-ара тимер юлы үткәүелдәренә иғтибар йүнәлтеү көнө билдәләнде. Был дата уңайынан Өфөнөң Зинин ҡасабаһы янындағы үткәүелдә Куйбышев тимер юлдары вәкилдәре юл инспекторҙары менән берлектә профилактик сара уҙғарҙы.
Акция сиктәрендә автоһәүәҫәрҙәргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре аңлатылды, иҫкәрмә, тематик сувенирҙар таратылды. Водителдәр билдәләүенсә, тимер юлы үткәүеле – юлдың иң ҡатмарлы участкаһы. Шуға күрә бында ҙур иғтибар талап ителә.
Юлдағы тәртипте көсәйтеүгә йүнәлтелгән иҫкәртеүсе саралар даими уҙғарыла. Автоһәүәҫкәрҙәр менән ойошторолған әңгәмәләрҙең һөҙөмтәһе лә бар. Куйбышев тимер юлдары йәмғиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, йылдан-йыл үткәүелдәрҙә аварияларҙың кәмеүе күҙәтелә.
Гөлназ Хәйбуллина