Кескәйҙәргә – һөйөү менән. «Ағиҙел» халыҡ кәсептәре ойошмаһында бала табыу йорттары өсөн ҡаралған тупланма яңыртылды. Экологик яҡтан таҙа туҡымаларҙан тегелгән комплект юрған, милли орнамент менән биҙәлгән таҫтамал, сабый кейемдәре менән тулыланды.
Йыйылма төбәктә донъяға килгән һәр балаға Башҡортостан башлығы исеменән бүләк ителә. Йыл башынан «Ағиҙел» предприятиеһында 9600 комплект әҙерләнгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Сифатлы, матур һәм йомшаҡ. «Ағиҙел» халыҡ кәсептәре ойошмаһында яңы донъяға килгән балалар өсөн бүләккә әҙерләнгән махсус тупланма сәнәғәте күптән көйләнгән. Тегенселәр сифатлы туҡымаларҙан сабыйҙар өсөн кәрәк-яраҡтар тегеп, әйберҙәрҙе милли орнамент менән биҙәй.
Бәпестәр тупланмаһы, Башҡортостан башлығы бүләге һәм төбәктә тыуған һәр сабыйға тапшырыла. Әсәйҙәргә көндәлек тормошта кәрәкле әйберҙәр комплекты быйыл яңыртылып, тулыланған.
Йыл башынан предприятие хеҙмәткәрҙәре бала табыу йорттарына 9600 комплект бүләк иткән. Июнь аҙағына тиклем тағы ла 8 мең берәмек әҙерләү күҙаллана. Ғаилә именлеген хәстәрләү маҡсатында һәр комплектҡа янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы һалына.
Перинаталь үҙәктә донъяға килгән Максим менән Дмитрий Савиндарға ла республика башлығы исеменән тупланма тапшырылды. «Ағиҙел» халыҡ кәсептәре ойошмаһында тегелгән комплект әсәләргә мөһим көндә тағы ла шатлыҡ өҫтәне.
Флорида Ким